Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
58.79
+1.22
56.17
+1.78
92.43
+0.63
8+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2010, 17:23

Учалы районына йыһан ҡунаҡтары төшкән

Үткән аҙнала Учалы районына йыһандан өс ҡунаҡ төшкән. Был турала Кирәбе урман хужалығының урман мастеры Алмаз Ғүмерҙаҡов, Учалы урман хужалығынан механик Зәки Мөхәмәтйәров һәм Сәфәр ауылы кешеһе Ивар Сәғиҙуллин хәбәр итте.
Улар әйтеүенсә, утлы метеориттар Урал йылғаһы башланған районға, Әүәләк һыртына һәм Бәләкәй Ирәмәлгә төшкән. Йыһан есемдәрен бесән сапҡан кешеләр күргән, шулай уҡ метеорит төшкән урынға яҡын Кирәбе ауылы халҡы тойған: йорттарҙа тәҙрә быялалары зыңғырлаған, ерҙең бер аҙ һелкенеүе һиҙелгән.
Метеорит эҙҙәре әлегәсә табылмаған. Ер менән бәрелешкән ваҡытта уларҙың янып бөтөүҙәре лә ихтимал.
Автор:Любовь Колоколова, Дмитрий Дмитриев
Читайте нас в