10:07 (UTC+5), 16 Августа 2010

Башҡортостанда мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте

Эльмира Сабирова
Традицион республика август кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларҙы быйыл ике районда – Саҡмағош һәм Бүздәктә ҡаршыланылар. Педагогтар форумында Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, РФ мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Иван Лобанов, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, мәғариф бүлектәре начальниктары, төбәктең мәғариф учреждениелары директорҙары һәм педагогтары ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҡытыусыларҙың оло форумының “даими теркәлеү урыны” юҡ. Күсмә сара булараҡ, уны үткәреү мөмкинлеге бирелгән район һәм ҡалаларға педсовет үҫешкә импульс бирә. Ауыл һәм ҡалаларҙа мәктәптәр, балалар баҡсалары, юлдар төҙөлә һәм реконструкциялана, эргә-тирәләге территориялар төҙөкләндерелә. Бындай эштәр быйыл да башҡарылған. Педагогтар кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар өсөн ике маршрут әҙерләнде. Көндөң беренсе яртыһында ҡунаҡтар белем биреү объекттары менән танышты, төшкө аштан һуң пленар ултырыш үтте.
Иҫәбе буйынса 14-се август кәңәшмәһен һис арттырмайынса халыҡ трибунаһы тип атарға мөмкин. Уҡытыусылар конференцияһы алдынан төбәк башлығы “Живой Журнал”дағы үҙенең блогы аша республика халҡына мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙарын, уй-теләктәрен ебәреү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. Уларҙың иң мөһимдәре һәм көнүҙәктәре Рөстәм Хәмитовтың докладына инде. Блоггерҙар ҡағылған темалар күп төрлө ине - һәр кемгә яҡын, һөҙөмтәле, хәүефһеҙ һәм сифатлы белемдән алып – баҙар ихтыяжына яуап биреүгә тиклем.
Тармаҡ үҫешенең ошо һәм башҡа төрлө стратегик мәсьәләләрен республиканың закондар сығарыу һәм башҡарма власы, урындағы үҙидара, мәғариф идаралығы органдары вәкилдәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар тикшерә.
Республика кәңәшмәһендә башланған һөйләшеү район һәм ҡала кимәлендәге август кәңәшмәләрендә, педагогтар коллективтарында дауам ителәсәк.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика