11:04 (UTC+5), 13 Августа 2010

Нефтекаманың икенсе мәсете ҡала эшҡыуарҙары ярҙамында төҙөләсәк

Евгений Рәхимҡолов
Нефтекама эшҡыуарҙары ҡалалағы икенсе мәсет төҙөлөшөндә ярҙам итергә ҡарар иткән. Урындағы дин әһелдәре уның төҙөлөшөн бер нисә йыл дауамында урынынан ҡуҙғата алмай ыҙалана.
Мәсет төҙөлөшө 2003 йылда башлана. Ҡала мосолмандарының күбеһе ул йылда Дзержинский урамында буласаҡ бина фундаментына нигеҙ ташы һалыныуын хәтерләйҙер. Әммә бик тиҙ арала был объект оҙаҡ төҙөлөүсе биналар рәтен тулыландыра – 2004 йылда финанслау булмағанға күрә мәсет төҙөлөшө туҡтатыла. Был дини ҡоролманың, башҡалар кеүек, халыҡтан йыйылған иғәнәгә төҙөлөүенә бәйле. Әммә хәйергә аҡса йыйған йома намаҙҙарына һәм ҡалалағы башҡа төрлө мосолман сараларына йөрөгәндәрҙең күбеһе – оло йәштәге кешеләр, һәм уларҙың ғына аҡсаһына мәсет төҙөү мөмкин түгел.
Хәҙер иһә, ҡала эшҡыуарҙары ярҙам итергә булғас, Нефтекама мосолмандар ойошмаһы имам-хатибы Тәфкил Ғәлимшиндың мәсет төҙөлөшөнөң йылдам темп менән алып барыласағына өмөтө ҙур.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика