10:04 (UTC+5), 12 Августа 2010

14 августа Башҡортостанда мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үтәсәк

Шәмбе көндө, 14 августа, Башҡортостанда мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтәсәк. Традицион педсоветта ҡатнашыусыларҙы быйыл көнбайыш райондар – Саҡмағош һәм Бүздәк ҡабул итә. Шулай ҙа, БР Мәғариф министрлығынан билдәләүҙәренсә, сараны үткәреүгә Туймазы һәм Шаран райондары ла йәлеп ителгән.
Август кәңәшмәһе бер көн дауамында барасаҡ. Унда ҡатнашыусылар райондарҙың белем биреү учреждениелары менән танышыу, педагогтар коллективы һәм уҡыусылар менән осрашыу өсөн ике маршрут буйынса юлға сығасаҡ, артабан пленар ултырышта мәғариф системаһының көнүҙәк мәьәләләрен ҡараясаҡ, үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаясаҡ һәм киләһенә бурыстар билдәләйәсәк.
Быйылғы август кәңәшмәһенең темаһы –«Хәҙерге мәктәп үҫешенең инновацион юлы булараҡ «Беҙҙең яңы мәктәп» милли-мәғариф инициативаһы». Пленар ултырыш Саҡмағош ауылында үтәсәк.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика