69.55
-0.58
80.7
-1.04
85.52
-0.88
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2010, 18:00

Өфөлә Канаданың хоккей буйынса белгесе Шон Скинер мастер-класс үткәрә

Хоккей донъяһында киң билдәле белгес, профессиональ тренер Шон Скинер Өфөлә олимпиа резервындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренерҙары һәм тәрбиәләнеүселәре, шулай уҡ Учалы, Силәбе, Снежинск, Екатеринбург, Когалым, Омск һәм Пермь ҡалаларынан балалар тренерҙары өсөн мастер-кластар үткәрә.
«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, биш көнгә иҫәпләнгән уҡыу программаһында теоретик семинар («Өфө-Арена»ның матбуғат үҙәгендә) һәм практик өлөш (Р.Зорге урамы, 41, Спорт һарайы) планлаштырылған.
Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 223-04-83, 223-03-26.
Автор:Эльмира Сабирова
Теги:хоккей