10:35 (UTC+5), 09 Августа 2010

Бөтә Рәсәй Физкультурниктар көнө алдынан Өфөлә яңы спорт майҙансығы асыласаҡ

Эльмира Сабирова
Шишәмбе көндө, 10 августа, Өфөлә 800 квадрат метрлыҡ яңы универсаль спорт майҙансығы асыласаҡ. Ул баш ҡаланың Киров районында физкультура-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә төҙөлгән (Сеченов урамы, литер А).
Спорт майҙансығы бер юлы 30 кешене хеҙмәтләндерә ала. Бында һәр кем мини-футбол, волейбол, баскетбол, гандбол, стритбол кеүек спорт төрҙәре менән шөғөлләнеп, сәләмәтлеген нығыта ала, шулай уҡ эстафеталар үткәрергә лә мөмкин. Шуны ла билдәләргә кәрәк, майҙансыҡ махсус йомшаҡ япмаға эйә - ул ҡолағанда имгәнеүҙән һаҡлай.
«Башинформ» агентлығына Өфөнөң Киров районы спорт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, был 2007-2011 йылдарға иҫәпләнгән балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү буйынса ҡала маҡсатлы программаһы сиктәрендә төҙөлгән бишенсе майҙансыҡ районда.
Тәүгеләрҙән булып бүләкте Киров районы предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре баһалай аласаҡ, улар өсөн сәғәт 10-да Физкультурниктар көнөнә арналған Спартакиада башланасаҡ.
Спорт майҙансығын асыу тантанаһы сәғәт 12-гә билдәләнгән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика