Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.87
-0.77
91.53
+0.1
73.06
+0.06
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2010, 10:09
10 августа - «Версия Башкортостана» аҙналығында адвокат консультацияһы
"Версия Башкортостана" социаль-хоҡуҡи аҙналығының “ҡыҙыу линияһына” шылтыратығыҙ — һәм һеҙгә мөхәрририәттең ҡунаҡтары: адвокаттар, прокурорҙар, һәр төрлө ведомство хеҙмәткәрҙәре ярҙам итәсәк. Шишәмбе, 10 августа, мәҫәлән, Өфө адвокаты Ирина Вәлиеванан хоҡуҡи ярҙам алырға мөмкин буласаҡ.
Хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм уның менән теләге булғандарҙың барыһы ла файҙалана ала, бының өсөн 15.00-17.00 сәғәттәрҙә (8-347) 272-79-16 телефонына шылтыратырға кәрәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был даими рубрика, граждандар менән тура бәйләнеш айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе ойошторола.
«Ҡыҙыу линия»ға телефон аша мөрәжәғәттәр граждан эштәре, шулай уҡ енәйәт эштәре менән бәйле киң даирәләге мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Ике сәғәт дауамында бирелгән һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең киләһе һандарында донъя күрә.
Киләһе "ҡыҙыу линия" 24 августа үтәсәк. Йәнә бер ҡабатлайбыҙ, үҙегеҙҙең һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлашҡан купонға яҙып ебәрергә лә мөмкин, - компетентлы кешенең яуабы менән ул “Һеҙҙең хоҡуҡ” тип исемләнгән икенсе даими рубрикала баҫылып сығасаҡ.
Автор:
Илһөйәр Сәйәхетдинова
Теги:
анонс
Читайте нас: