11:30 (UTC+5), 06 Августа 2010

«Интернет-Нефтекама» сайттар конкурсы старт алды

Евгений Рәхимҡолов
Нефтекамала ҡаланың иң яҡшы селтәр ресурстарына ярҙам итеү һәм уларҙы популярлаштырыуға йүнәлтелгән «Интернет-Нефтекама» конкурсы старт алды. Уны ойоштороусылар халыҡ, дәүләт, йәмәғәт ойошмаларының һәм бизнес-берләшмәләрҙең иғтибарын Интернет мөмкинлектәренә, халыҡ хужалығы, мәғариф һәм бизнестың төрлө тармағына заман технологияларын әүҙем индереүгә йүнәлтергә иҫәп тота.
Ҡала халҡы өсөн көнүҙәк мәғлүмәткә эйә - белем биреү, күңел асыу төрөндәге, эш, спорт менән бәйле, тарихи, мәҙәни, фәнни материалдар урынлаштырылған Нефтекама сайттары конкурста ҡатнашыуға саҡырыла. Ойошма коллективтары ла, айырым кешеләр ҙә ҡатнаша ала.
Конкурс Белешмә-мәғлүмәт сайты, Киң мәғлүмәт саралары сайттары, Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт, Ғилми ойошмалар сайты, Персональ биттәр, Интернет-көндәлек, Спорт, сәләмәтлек, күңел асыу, ял кеүек һәм башҡа номинацияларҙа үткәрелә.
Һәр номинация еңеүсеһе тауыш биреү һәм конкурс комиссияһы ағзалары ҡуйған баһаларҙы ҡушыу юлы менән билдәләнәсәк.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика