09:12 (UTC+5), 06 Август 2010

Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Ғәлиә Нәбиева
9 һәм 10 августа Башгидромет синоптиктары һауа температураһының бер аҙ түбәнәйеүен күҙаллай. Көндөҙ 28-33 градус йылы буласаҡ. Ошо уҡ көндәрҙә кискә табан республиканың көнсығышында урыны менән йәшенле ямғырҙар яуыуы ихтимал. Күк күкрәгәндә көслө ел иҫәсәк. Үкенескә күрә, яуым-төшөмдәр ҡоролоҡтан ныҡ зыян күргән Урал аръяғы райондарын һаман урап үтә.
Синоптиктар йәшенле ямғырҙар ғына түгел, яуым-төшөмһөҙ ҡоро йәшендәрҙе лә прогнозлай. Уларҙан яҡшылыҡ көтөргә тура килмәй, сөнки бындай йәшен зарядынан янғындар арта ғына.
Республика өҫтөндә бына инде өс ай буйына ямғыр фронттарын беҙҙән ситкә ҡыуыусы антициклон хакимлыҡ итә. ул Азор антициклоны иҫәбенә көсәйә генә бара.
Башгидрометтың баш синоптигы Анна Козаева «Башинформ» агентлығына интервьюһында бындай эҫе һауа торошоноң кәм тигәндә икенсе аҙна аҙағынаса һаҡланасағын раҫланы. Республикала ҡоролоҡ буйынса ғәҙәттән тыш режим һаҡлана. Йылғалар кимәле төшөүен дауам итә. Грунт һыуҙары бөтөп бара, һәм оҙайлы ҡойма ямғырҙар ҙа элекке балансты тиҙ арала тергеҙә алмаясаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика