06:09 (UTC+5), 03 Августа 2010

Героинға алмашҡа дезоморфин килә

Ольга Мортазина
Дәүләттең наркотиктар менән көрәше һөҙөмтәһен бирә: героин наркоманияһы үҫеше тотҡарлана. Әммә дарыухана менән бәйле наркомания үҫеше башланды, тип билдәләй БР наркоконтроле хеҙмәткәрҙәре.
Мәҫәлән, 2005 йылда дезоморфин ҡулланыуҙың 25 осрағы теркәлгән. Киләһе йылда иһә — 31, артабан һандар үҫә генә бара: 2007 — 282, 2008 — 468, 2009 — 997, 2010 йылдың беренсе ярты йыллығында — 656. Дезоморфин ҡулланыусы 2400 кеше асыҡланған, шуларҙың ни бары 25-е генә наркологта иҫәптә тора.
Тенденция үтә хәүефле, тип иҫәпләй наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре: дезоморфин героинға ҡарағанда 15 тапҡырға ағыулыраҡ. Уның тәьҫире шул тиклем көслө, кеше хатта тере килеш серей башлай. Аптека наркоманының ғүмер оҙайлығы дүрт йылдан ашмай. Башҡа мәғлүмәттәр ҙә билдәле – 1,5 йыл самаһы.
Дезоморфиндың популярлығы хаҡы менән аңлатыла: 1000—1500 һумлыҡ героин дозаһы алдында уның бер дозаһы 100—150 һум ғына тора. (һәм был составында кодеин булған препараттарҙың 10 тапҡырға артыуына ҡарамаҫтан). Бынан тыш, ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса наркотик доза уларҙа шул тиклем түбән, шуның арҡала наркоман административ штраф менән ҡотола.
— Был проблемаға тәьҫир итеү көсө булһын өсөн беҙ закон сығарыусыларға дезоморфин ингредиенттарын рецепт ярҙамында алыуға норматив акт индереү тәҡдиме менән сыҡтыҡ, - тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе Валерий Кокин. —Көҙгө сессияла депутаттар был мәсьәләне хәл итер, тип ышанабыҙ.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика