Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
04:06 (UTC+5), 02 Августа 2010

Сибай мәктәптәре ете йөҙ беренсе класс уҡыусыһын ҡабул итергә әҙер

Евгений Рәхимҡолов
Сибайҙа яңы уҡыу йылында ете йөҙ беренсе класс уҡыусыһы парта артына ултырасаҡ. Ҡала хакимиәте мәғлүмәтенән билдәле буйынса, иң күп уҡыусыларҙы 9-сы лицей йыйған – 125 бала, 12 урта мәктәпкә иһә 97 бала киләсәк, ә 1-се урта мәктәпкә - 85 уҡыусы.
Ҡайһы бер Сибай мәктәптәрендә башҡорт телендә уҡытыласаҡ кластарға балалар йыйыла. 30 бала 1-се урта мәктәптең беренсе башҡорт класында уҡырға теләк белдергән, Башҡорт лицейының беренсе класына 52 бала барасаҡ, ә 9-сы лицейҙың башҡорт класына – 25 тәрбиәләнеүсе.
Дөйөм алғанда Сибайҙа беренсе класҡа яҙылған блалар һаны үткән йылдар менән сағыштырғанда күпкә кәмерәк. Хәйер, 1 сентябргә тиклем ваҡыт бар әле, шуға күрә уҡытыусылар, шул иҫәптән ҡала властары ла, был хәлдең яҡшы яҡҡа үҙгәреүенә өмөтләнә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика