06:44 (UTC+5), 30 Июля 2010

Республикала киҫкен эсәк инфекциялары менән ауырыусылар артыуы теркәлгән

Әлфиә Әһлиуллина
Һуңғы ярты йыл эсендә республикала киҫкен эсәк инфекциялары менән ауырыуҙың артыуы теркәлгән. Был турала Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығы менән «Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының 2010 йылдың беренсе ярты йыллығындағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре буйынса коллегия ултырышында ведомство етәксеһе Роберт Такаев белдерҙе.
Уның әйтеүенсә, эпидемилогик хәлдең насарайыуы 90 кеше зыян күргән Өфөләге (322-се, 276-сы балалар баҡсаһы), Стәрлетамаҡтағы (1-се лицей), Салауаттағы (19-сы урта мәктәп) балалар учреждениеларында киҫкен эсәк инфекциялары менән бәйле дүрт төркөм ауырыуҙарына сәбәпсе булған.
Эпидемиологик тикшереү барышында бар осраҡтарҙа ла аҙыҡ әҙерләүҙә технология процестарының боҙолоуы, һаҡлау ваҡытын һәм тиҙ боҙолоусы аҙыҡ-түлек продукттарын транспортлау ҡағиҙәләрен күҙәтмәү, биналарҙың санитар торошона, ҡорамалдарҙы, һауыт-һаба һәм инвентарҙы йыуыу һәм эшкәртеүгә ҡағылышлы талаптарҙы үтәмәү, аҙыҡ блоктары хеҙмәткәрҙәре менән шәхси гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтмәү асыҡланған.
— Әлеге ваҡытта инфекцион ауырыуҙар сығанағын юҡ итеү өсөн эпидемияға ҡаршы тейешле бөтә саралар ҙа үткәрелгән, — тине Роберт Мөхәмәт улы.
Дөйөм алғанда эпидемиологик хәл республикала отчет осоронда сағыштырмаса уңышлы һанала. Инфекцион һәм паразитар ауырыуҙарҙың дөйөм кимәле уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 18 процентҡа түбән.
2010 йылдың алты айында республикала инфекцион һәм паразитар ауырыуҙарҙың йәмғеһе 410 мең осрағы теркәлгән, шуларҙың 94 процентын киҙеү һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция тәшкил итә. Инфекцион ауырыуҙар күрһәткесе, бөйөр синдромы менән геморрагик биҙгәк, сальмонеллез һәм дизентерияны иҫәпкә алмағанда, Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән түбәнерәк.
Ағымдағы йылда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыуҙың 317 осрағы асыҡланған. 100 мең кешегә күрһәткес 7,8 тәшкил итте, был ауырыуҙың ике тапҡырға кәмеүен аңлата.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика