Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
19+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июль 2010, 16:57
Тикшереү 370 мең ҡаҙна аҡсаларының ҡайҙа юғалғанын асыҡлаясаҡ
БР Прокуратураһы БР юстиция министры урынбаҫарҙарының береһенең эше буйынса материалдарҙы ҡабаттан тикшереүгә ебәрҙе. Билдәле булыуынса, 2008 йыл аҙағында БР Юстиция министрлығы ниндәйҙер яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән «ГАЗель» автомобиле һатып алыуға контракт төҙөй. Финанс документтарын, уға ҡул ҡуйыуға хоҡуғы булмаһа ла, министр урынбаҫарҙарының береһе тултыра. Автомашина ҡайтарылғандан һуң ғына 70 процентын түләүҙе күҙаллаған контрактҡа ҡарамаҫтан, ул шунда уҡ йәмғиәткә бар сумманы – 370 мең һумды күсерә. Ә машина министрлыҡтың гаражында һаман юҡ.
Хәҙер был эш менән БР Прокуратураһы ҡарамағындағы Тикшереү комитеты шөғөлләнә.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
бр прокуратураһы
Читайте нас: