09:42 (UTC+5), 29 Июля 2010

Өфөлә ат спорты буйынса ярыштар үтә

Ирек Мөхәмәҙиев
Башҡортостандың баш ҡалаһында бөгөн Өфөнөң Киров районы ат клубтары араһында беренсе асыҡ ат спорты фестивале үтә.
Инвалид балалар өсөн Республика иппотерапия үҙәге директоры Наталья Никитина әйтеүенсә, фестиваль формаһында үткән ярыштарҙа Өфөнөң "Алтын даға", "Арғымаҡ" ат спорты клубтарынан һәм иппотерапия үҙәгенән тыш, Ҡырмыҫҡалы районының "Фазенда" клубы спортсылары ҡатнаша. Ярыштар балалар, йәштәр араһында ат спортын һәм һыбай йөрөүҙе популярлаштырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткәрелә.
Ярыштар ҡатнашыусылар парадынан һәм фестивалде асыу тантанаһынан һуң уҡ башлана. 12 йәштән 30 йәшкә тиклемге 23 спортсы Республика иппотерапия үҙәге ипподромында ике конкур төрөндә приздар өсөн ярышасаҡ. Призерҙарҙың һәм еңеүселәрҙең исемдәре, судьялар коллегияһы фестивалгә йомғаҡ яһағас, кис һуң ғына билдәле буласаҡ.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика