15:49 (UTC+5), 28 Июля 2010

Башҡортостандың иң яҡшы спортсылары һәм тренерҙары стипендиялар аласаҡ

Дмитрий Слезин
2010 йылдың 1 июленән Башҡортостан Республикаһында спортсыларға – спорт йыйылма командалары ағзаларына һәм тренерҙарға ай һайын Башҡортостан Республикаһы Президентының социаль стипендиялары түләнә.
«Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең (№ 819-р 2010 йылдың 23 июленән) бойороғона ярашлы, спортсыларға – Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының спорт йыйылма командалары ағзаларына – 50 тренерға һәм 250 спортсыға - 1 июлдән ай һайын 300 социаль стипендия түләнергә тейеш. Был исемлеккә олимпиа спорт төрҙәре вәкилдәре лә, шулай уҡ олимпиа төрөнә ҡарамаған спорт вәкилдәре лә инә.
Ведомство олимпиа спорт төрҙәре менән шөғөлләнгән спортсылар араһынан стипендияға дәғүә иткән 500-ҙән ашыу дәғүәсене ҡараған.
Спортсылар стипендияһы күләме спорт төрө классификацияһына, спортсының йәшенә һәм уның ҡаҙаныштарына ҡарап 6 меңдән 35 мең һумға тиклем буласаҡ.
Тренерҙарға стипендияның уртаса күләме 10 меңдән 20 мең һумға тиклем тәшкил итәсәк.
Төп маҡсаттары — спортсыларҙың ижади әүҙемлегенә булышлыҡ итеү, шулай уҡ төбәктә спорт резервын һәм тренерҙар кадрын һаҡлау һәм мөмкин тиклем яҡшыртыу.
Бойороҡто ғәмәлгә ашырыуҙы күҙәтеү Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығына йөкмәтелгән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика