Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2010, 14:05

Йәш экологтар ғүмере өсөн хәүефле урында ял итә

Мәләүез район-ара прокуроры «Йәш эколог» Республика экология-биология үҙәгенең йәйге лагеры эшен туҡтатыуҙы һорап судҡа дәғүә биргән. Был турала БР Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Лагерь Нөгөш һыуһаҡлағысы буйында урынлашҡан. Тикшереү барышында прокуратура хеҙмәткәрҙәре һауыҡтырыу лагерында балаларҙың йәйге ялын ойошторғанда закондар боҙоуҙы асыҡлаған. Мәҫәлән, лагерға балалар килер алдынан эсәр һыуға анализ үткәрелмәгән, һыу ятҡылығының ярҙары һәм төбө тикшерелмәгән, йөҙә белмәгән балаларға һыу инеү урыны юҡ. Лагерь урман эсендә урынлашҡан, һыу менән тәьмин итерлек сығанаҡ һәм гигиена саралары ҡаралмаған. Туристик лагерь территорияһы бер ниндәй айырыу билдәләре менән билдәләнмәгән.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: