10:13 (UTC+5), 27 Июля 2010

Башҡортостан Хөкүмәтендә республика дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт порталы эше менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙеләр

Сергей Захаров
— Әлеге ваҡытта Башҡортостан мәғлүмәт йәмғиәте үҫеше күрһәткестәре буйынса рейтингта 51-се урында тора, - тип белдерҙе бөгөн министрлыҡ һәм ведомстволарҙың мәғлүмәт технологиялары буйынса белгестәре менән осрашыуҙа БР Хөкүмәте вице-премьеры – финанс министры вазифаһын башҡарыусы Айрат Ғәскәров.
— Республика дәүләт хеҙмәттәре порталы тулы ҡеүәтенә эшләргә, ә ағымдағы йыл аҙағына 75 дәүләт хеҙмәте электрон төргә күсерелергә тейеш. Быға береһе лә ҡалмай бөтә ведомстволар ҙа ҡушылырға тейеш. Үтәмәгәндәр өсөн айырым талап буласаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-премьер вазифаһын башҡарыусы.
Уның әйтеүенсә, мәғлүмәт технологияларын үҫтереү, дәүләт структуралары эшмәкәрлегенә яңы ҡараш формалаштырыу буйынса бурыстарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Хәмитов үҙенең инаугурацияһы мәлендә “хәҙерге заман шарттарында дәүләт һәм муниципаль идара итеүҙең сифатлы һәм юғары һөҙөмтәле механизмдарын булдырыу, граждандар йәмғиәтенең барлыҡ ресурстарын эшкә ҡушыу үтә мөһим” булыуына иғтибарын йүнәлтте. Уның фекеренсә, “заманса мәғлүмәт технологияларына күсеү темптарын тиҙләтеү, халыҡ менән даими бәйләнеш өсөн, уларҙың фекерен һәм теләктәрен иҫәпкә алыу өсөн Интернеттың мөмкинлектәрен файҙаланыу зарур. Власть үҙ граждандары өсөн асыҡ һәм яҡын булырға тейеш”.
Белешмә өсөн. 2007 йылда Башҡортостанда республика дәүләт власы органдарының таныҡлау үҙәге эшләй башланы.
Ойошторолған көнөнән алып электрон цифрлы ҡултамға ҡулланылған электрон документ әйләнеше системаһына 15 меңдән ашыу дәүләт һәм муниципаль ойошмалар тоташҡан. Ете меңдән ашыу кеше шулай уҡ электрон цифрлы ҡултамға файҙалана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика