15:42 (UTC+5), 27 Июль 2010

Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте 15 кешене ҡотҡарған

Ольга Мортазина
Республика пляждары буйынса һуңғы туғыҙ рейд ваҡытында авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре 15 кешене ҡотҡарған, йәнә алты кешегә ярҙам күрһәткән. Халыҡты ярамаған урында һыу инеүҙән тыйып булмай, ти ҡотҡарыусылар, бигерәк тә бындай эҫелә.
— Йыһазландырылған пляждар күберәк булырға тейеш, - тип иҫәпләй Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте начальнигы Владимир Темашев. — Ә был муниципалитеттарҙан тора. Бәхетһеҙлек осраҡтары бик йыш ҡотҡарыусылар булмаған, үҙ аллы барлыҡҡа килгән пляждарҙа күҙәтелә. Беҙҙең бурыс — бәхетһеҙлек осраҡтары артыуын булдырмау, шуға күрә беҙ санкцияланмаған пляждар буйынса рейдтар үткәрәбеҙ.
Ҡотҡарыусылар хеҙмәттең зона отрядтары көсө менән һәр ял һайын һыу ятҡылыҡтарына патруллек итә. Көн элгәре улар Кушнаренко районындағы Карьер күлендә, Яҡтыкүлдә, Дүртөйлө ҡалаһы янында Ағиҙел буйында, Баймаҡ районында Талҡаҫта, Нөгөш һәм Ҡарман һыуһаҡлағыстарында, Көйөргәҙе районындағы Бөгөлсән карьерында эшләне.
Ҡотҡарыусылар ваҡытлыса постар урынлаштырҙы һәм ял итеүселәр менән эшләне, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре яҙылған листовкалар таратты, тейешле ярҙам күрһәтте.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика