09:46 (UTC+5), 26 Июля 2010

Нуғайҙа заманса яңы спорт майҙансығы асылды

Дмитрий Слезин
Өфөнөң Октябрь районы Нуғай ауылында тренажер-гимнастика комплексы булған универсаль майҙансыҡ файҙаланыуға тапшырылды.
«Башинформ» агентлығына Октябрь районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2007-2011 йылдарға иҫәпләнгән Ҡала маҡсатлы балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү программаһы буйынса Өфө ҡалаһында төҙөлгән дүртенсе майҙансыҡ был.
Бындай спорт майҙансығында һәр төрлө һауа шарттарында ла шөғөлләнергә мөмкин: йомшаҡ синтетик япма температура үҙгәреүенән, дымдан ҡурҡмай, иң мөһиме, йәш спортсыларҙы йәрәхәт алыуҙан һаҡлаясаҡ. Ошонда уҡ, майҙансыҡ янында урынлашҡан тренажер-гимнастика комплексында үтәсәк дәрестәр ҙә балаларға ҙур ҡыуаныс килтерәсәк. Бынан алдараҡ 141-се, 133-сө урта мәктәптәр территорияһында төҙөлгән күп функциялы, яһалма япмалы спорт майҙансыҡтары ла ошондай уҡ уникаль үҙенсәлектәргә эйә. Әлегеһе иһә, Нуғай майҙансығы, 147-се урта мәктәптә урынлашҡан.
Был спорт объекты рәсми рәүештә асылмаған булһа ла, егет һәм ҡыҙҙарға һәм иң бәләкәй ҡулланыусыларға заманса майҙансыҡтың өҫтөнлөктәрен, тренажерҙар һәм спорт инвентары уңайлыҡтарын баһаларға мөмкинлек бирелде. Бында волейбол, футбол, баскетбол буйынса ярыштар үткәрергә мөмкин.
Төҙөлөш заказсыһы булып «Заказсы һәм техник күҙәтеү хеҙмәте» муниципаль унитар предприятиеһы сығыш яһаһа, генераль подрядсыһы – «Башҡортостан Төҙөлөш Компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Төҙөүселәр әйтеүенсә, спорт майҙансығын күтәреү буйынса эштәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үткәрелгән – бер айҙан да кәмерәк арала. Төҙөлөшкә 2,8 миллион һум суммала средстволар Өфө ҡала бюджетынан бүленгән.
Үрҙә билдәләнгән предприятиелар көсө менән “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында ла стритбол уйыны өсөн универсаль майҙансыҡ төҙөлгән, уны асыу тантанаһы быйыл июндә үтте. Башҡа майҙансыҡтар быйылғы йылда Республика көнөнә ҡарата сафҡа индереләсәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика