Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.14
-0.32
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2010, 12:18

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогына хоккей буйынса традицион халыҡ-ара турнир үтәсәк

2010 йылдың 2 - 4 сентябрендә Өфөлә «Өфө-Арена» майҙанында шайбалы хоккей буйынса «Башҡортостан Республикаһы Президенты Кубогы» миҙгел алды традицион халыҡ-ара турниры үтәсәк.
«Салауат Юлаев» хоккей клубының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы БР Президенты Кубогында ҡатнашыусылар составы түбәндәгесә: «Салауат Юлаев», «Трактор» (Силәбе), «Югра» (Ханты-Манси), «Энергия» (Карловы Вары, Чехия).
Турнир матчтары теҙмәһе:
2 сентябрь:
15:00 — «Трактор» – «Энергия»;
19:00 – «Салауат Юлаев» – «Югра».
3 сентябрь:
15:00 – «Энергия» – «Югра»;
19:00 – «Салауат Юлаев» – «Трактор».
4 сентябрь:
13:00 – «Югра» – «Трактор»;
17:00 – «Салауат Юлаев» – «Энергия».
Автор:Дмитрий Слезин
Читайте нас: