12:55 (UTC+5), 26 Июля 2010

Башҡортостан наркополицейскийҙары бер аҙна эсендә биш меңдән ашыу наркодозаны ҡулға төшөргән

Юлай Мәғсүмов
Уҙған аҙнала Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы менән наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә 47 енәйәт һәм хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған, 38 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бер аҙна эсендә Башҡортостан наркополицейскийҙары наркотиктарҙың ярайһы ҙур 13 партияһын тартып алған. Ете килограмдан ашыу марихуана, 1,5 килограмм самаһы мәк һаламы, 150 грамдан ашыу гашиш майы, шулай уҡ 50 дозанан ашыу героин законһыҙ әйләнештән алынған. Тартып алынған наркодозалар күләме 5200-гә етә ала ине, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына наркополицияның матбуғат хеҙмәтенән.
«Мәк» операцияһы сиктәрендә Борай районының Иҫке Туҡтар ауылында 50 йәшлек ҡатындың шәхси хужалығын тикшереү барышында наркополицейскийҙар 4,5 килограмм марихуана, шулай уҡ 200 грамдан ашыу мәк һаламы тапҡан һәм тартып алған. Тикшереү алып барыла.
Туймазыла элек урлашҡаны өсөн хөкөм ителгән 40 йәшлек ир ҡулға алынған, оперативниктар унда килограмдан ашыу марихуана тапҡан.
Ошо уҡ «Мәк» операцияһы сиктәрендә, Бәләбәйҙә бығаса хөкөм ителгән 40 йәшлек эшһеҙ ир ҡулға алынған, уның менән наркополицейскийҙар 1,2 килограмдан ашыу мәк һаламы тапҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика