05:00 (UTC+5), 23 Июля 2010

Шамил Вахитов: Башҡортостанда онға хаҡтар артыуға сәбәп юҡ

Ғәлиә Нәбиева | фото: Альберт Заһиров
—Башҡортостанда онға хаҡтар артыуға сәбәп юҡ, – тине БР Хөкүмәте Йортонда үткән кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Шамил Вахитов.
Проблеманы тикшереүҙә республиканың ҡала округтары һәм муниципаль райондары башлыҡтары урынбаҫарҙары, он етештереү предприятиелары һәм ҙур икмәк заводтары етәкселәре, шулай уҡ ҡыҙыҡһынған министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.
— Ҡоролоҡ менән бәйле шыу-шыу, ығы-зығы тыуҙырыла, — тине кәңәшмәлә Шамил Хөснулла улы. – Шул сәбәпле һуңғы көндәрҙә Рәсәйҙә игенгә һәм онға хаҡтар ҡапыл күтәрелә башланы. Баҙарҙа бойҙайҙың бер тоннаһының хаҡы ике тапҡырға тиерлек артты. Арышҡа хаҡ менән дә шундай уҡ хәл. Һөҙөмтәлә юғары сортлы бойҙай онона, арыш онона ла хаҡтар артыуы күҙәтелә.
Шуның менән бәйле БР Ауыл хужалығы министрлығы башлығы вазифаһын башҡарыусы монополияға ҡаршы хеҙмәткә һәм башҡа күҙәтеү органдарына нигеҙһеҙ хаҡтарҙы арттырыу, бигерәк тә арыш онона, сәбәптәрен асыҡлауҙарын һорап мөрәжәғәт итте. Шамил Хөснулла улы, Башҡортостанда бөгөнгә етерлек он запасы бар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәҫәлән, республикала 500 мең тонна самаһы иген һаҡлана. Урындағы халыҡтың мәнфәғәтендә бөгөн уны ситкә һатыу туҡтатылған. Республика элеваторҙарында 310 мең тонна былтырғы уңыш игене һаҡлана, шул иҫәптән 90 мең тонна бойҙай, 170 мең тонна арыш. Ауыл хужалығы етештереүселәре келәттәрендә – 70 мең тонна иген.
Төбәктәрҙе аҙыҡ-түлек һәм фураж игене менән тәьмин итеү өсөн Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тауар интервенциялары үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Тәүге сауҙа 4 августа уҡ үткәреләсәк, һәм республиканың он етештереү сәнәғәте предприятиелары унда әүҙем ҡатнашырға тейеш. Етмәһә, интервенция фонды игене һатып алыуға биш йылға субсидияланған кредит бүленә.
— Күреүегеҙсә, паникаға бирелеү һәм онға, икмәк-булка изделиеларына хаҡтарҙы арттырыу өсөн сәбәптәр юҡ, – тип тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды Шамил Вахитов.
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт үҙ яғынан граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өсөн намыҫһыҙ күмәртәселәрҙе һәм он етештереүселәрҙе тикшерә башланы. Был турала Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева хәбәр итте. Ул 1 августан сауҙа тураһында яңы закон буйынса штраф санкциялары ғәмәлгә инәсәге тураһында иҫкәртте.
— Беҙ республика халҡын төп туҡланыу продуктына хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуынан яҡлау өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ, — тине кәңәшмәне тамамлап Шамил Вахитов. – Башҡортостан халҡы сифатлы, арзан аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителергә тейеш. Бының өсөн яуаплылыҡ республика ҡалалары һәм райондары етәкселәренә йөкмәтелә.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика