Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2010, 18:54

Марат Мәһәҙиев: Ҡағиҙә боҙған һыу инеүселәргә яза биреләсәк

Бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы ағымдағы йылдың алты айына йомғаҡ яһау буйынса сбор үткәрҙе.
— Дөйөм алғанда һөҙөмтәләр яҡшы, — тип белдерҙе брифингта РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Мәһәҙиев. — Әле беҙ идара системаһын камиллаштырыу өҫтөндә эшләйбеҙ: берҙәм диспетчер хеҙмәте ойошторабыҙ. Проблемалы райондар бар, әлбиттә, әммә һөҙөмтәлә барыһы ла хәл ителәсәк. Барлыҡ бүлексәләр менән видеоконференция режимында аралаша алабыҙ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан яңы техник характеристикалы автомашиналар ҡайтарылыуын көтәбеҙ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре өсөн йыл ябай булманы: йәйге ҡоролоҡ янғындар иҫәбен арттырҙы. Хөкүмәт өҫтәмә хәүефһеҙлек сараларын күҙаллаған янғынға ҡаршы махсус режим индерҙе. Ярты йыл эсендә 2257 янғын үтте (сағыштырыу өсөн: уҙған йылда — 2202), 169 кеше һәләк булды, 180 —йәрәхәттәр алды. Янғын мәлендә ут һүндереүселәр 847 кешене һәм 660 миллион һумдан ашыу суммалыҡ матди ҡиммәттәрҙе ҡотҡарҙы.
2010 йылдың беренсе ярты йыллығында һыуҙа 67 кеше һәләк булды. Быйылғы йылда һәр муниципалитет үҙенең пляжын билдәләп, уны хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы йыһазландырырға бурыслы ине. Был һыуҙа бәхетһеҙлек осраҡтарын профилактикалауҙа ҙур роль уйнаны. 90 проценттан ашыу ғәҙәттән тыш хәл һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында булған, һәм шуларҙың яртыһынан күберәгендә һыу инеүселәрҙең айыҡ булмауы асыҡланған.
Ҡотҡарыусылар йәнә тәғәйенләнмәгән урындарҙа, ҡалҡыуыстарҙан үтеп, спиртлы эсемлектәр ҡулланғандан һуң һыу инеүселәргә штрафтарҙы ярайһы арттырған (хәҙер 300-ҙән 500 һумға тиклем) «Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында» республика законына индерелгән үҙгәрештәр ҙә быйыл йәй үҙ ролен үтәренә өмөтләнә.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: