04:25 (UTC+5), 22 Июля 2010

Өфөнөң Орджоникидзе районында төҙөкләндереү буйынса конкурс үтә

Юлай Мәғсүмов
Быйыл ҡоро һәм эҫе һауа торошо ҡала территорияларын йәшелләндереү буйынса эшкә үҙ төҙәтмәләрен индерҙе. Ләкин ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, конкурста ҡатнашырға теләүселәр газондар, альп таусыҡтары, сәскә түтәлдәре ҡороу буйынса эшкә әүҙем тотондо, ихаталарҙағы хужалыҡ, балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтарын ремонтланы һәм төҙөкләндерҙе. Һәр ваҡыттағыса Өфөнөң Орджоникидзе районы предприятиелары һәм ойошмалары ла ситтә ҡалманы, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.
Төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы ихата, мәктәп, балалар баҡсаһы, дауалау учреждениеһы, предприятие территорияһын асыҡлауҙы төп бурыс итеп ҡуйған конкурс ике этапта үтә. Беренсе һайлап алыу этабында ҡатнашыуға дауалау-профилактика һәм уҡыу учреждениелары, торлаҡ эксплуатация участкалары, сауҙа комплексы, сәнәғәт предприятиелары заявкалар бирҙе.
23 июлдә район комиссияһы конкурста ҡатнашыусы предприятиелар буйлап йөрөп сығасаҡ, территорияларҙың төҙөкләндерелеүен, газондар һәм сәскә түтәлдәренең торошон баһалаясаҡ, шулай уҡ йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү буйынса дөйөм эште айырып билдәләйәсәк. Һайлап алыу этабында еңеүселәр артабан ярышыуын дауам итәсәк.
Икенсе этапҡа һәм дөйөм конкурсҡа йомғаҡ яһау, шулай уҡ еңеүселәрҙе наградлау 14 августа Өфөнөң Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял паркында сағыу «Сәскәләр көнө» байрамында үткәреләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика