Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.17
-0.55
91.97
-0.45
70.01
-0.03
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июль 2010, 16:47

Сиркәүҙәрҙә Президент хөрмәтенә ғибәҙәт ҡылдылар

Рус Православие сиркәүенең Өфө епархияһы ғибәҙәтханаларында Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһына инеүе уңайынан ғибәҙәт ҡылыу саралары үтте. Быға дүшәмбе көндө Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепископы Никон фатихаһын биргән.
Үҙенең доғаларында дин әһелдәре һәм православие динен тотоусылар төбәктең яңы башлығына ныҡлы сәләмәтлек һәм республика мәнфәғәте өсөн хеҙмәтендә уңыштар һораны. Шуның менән бергә православие динен тотоусылар өсөн яңы Президенттың вазифаға тотоноу көнө 1621 йылда Өфө Алла Анаһы иконаһының халыҡҡа күренгәнен байрам итеү менән тап килеүе лә символик мәғәнәгә эйә. Һуңынан был ваҡиға урынында төҙөлгән ғибәҙәтхана һәм икона Өфө епархияһында айырым хөрмәтләнә.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Теги:дин
Читайте нас: