Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
9+ °C
Облачно
Йәмғиәт
20 Июля 2010, 09:19

13904 кешене талпан тешләгән

Республикала 13904 кеше талпандан тешләнгән, шуларҙың 26 проценты – балалар. Һәр хәлдә, 15 июлгә ҡарата мәғлүмәттәргә ҡарата, дауалау-профилактика учреждениеларына шул тиклем граждандар мөрәжәғәт иткән.
«Башҡортостан Республикаһында гигиена һәм эпидемиология үҙәге» федераль дәүләт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы лабораторияһында 5692 талпан тикшерелгән, шуларҙың 96-һы (1,7%) талпан энцефалиты вирусы менән зарарланған.
Иммуноглобулин профилактикаһы 3374 кешегә (мөрәжәғәт итеүселәрҙең 24%) яһалған, шул иҫәптән 2375 балаға (66%).
Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хәҙерге ваҡытта 13 вируслы талпан энцефалиты менән сирләү осрағы теркәлгән. Былтыр был датаға 24 осраҡ теркәлгәйне.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас