06:37 (UTC+5), 19 Июля 2010

Стәрлетамаҡтан ғаилә «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән наградланған

Евгений Рәхимҡолов
Стәрлетамаҡтан Атанғоловтар ғаиләһе «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән наградланған. Бындай ваҡиға ҡала тарихында беренсе тапҡыр.
2008 йылдан алып билдәләнеүсе байрам - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн үткәреү буйынса федераль ойоштороу комитеты менән булдырылған миҙал 25 йылдан ашыу бәхетле никахта йәшәгән һәм ғаиләне нығытыуға ярайһы ҙур өлөш индергән ирле-ҡатынлыларға тапшырыла.
Елена һәм Ғәфүр Атанғоловтар быйыл бергә тормош көтөүҙәренең 30 йыллығын билдәләйәсәк. Уларҙың ете балаһы һәм өс ейән-ейәнсәре бар. Был награда – улар өсөн тәүгеһе түгел. Бығаса Елена Атанғолова «Әсәлек даны» республика миҙалы менән наградланған.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика