06:20 (UTC+5), 19 Июля 2010

Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы тәүге белгестәрен сығарҙы

Евгений Рәхимҡолов
Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы тәүге белгестәрен сығарҙы. Дипломдар тапшырыу тантанаһы Сибай ҡалаһы хакимиәтендә үтте. Сығарылыш студенттарын ҡотларға филиалдың беренсе директоры Ғайса Хәсәнов һәм уның әлеге етәксеһе Йәлил Һөйөндөков килде.
Башҡорт дәүләт аграр университетының Урал аръяғы филиалы республиканың алыҫ райондарынан йәштәргә юғары аграр белем биреү маҡсатында Сибайҙа 2005 йылда ойошторолған.
Бөгөн филиалдың көндөҙгө бүлегендә студенттарға «Агрономия», «Ветеринария», «Зоотехника», «Ауыл хужалығын механикалаштырыу», «Ауыл хужалығын электрификациялау һәм автоматлаштырыу», «Предприятиела иҡтисад һәм идара», «Бухгалтер иҫәп-хисабы, анализ һәм аудит» белгеслектәре буйынса белем бирелә. Бер йыл эшләгәндән һуң филиал «Ауыл хужалығын механикалаштырыу», «Ауыл хужалығын электрификациялау һәм автоматлаштырыу», «Предприятиела иҡтисад һәм идара», «Автомобилдәр һәм автомобиль хужалығы», «Урман хужалығы», «Бухгалтер иҫәп-хисабы, анализ һәм аудит» кеүек алты белгеслек буйынса студенттарҙы ситтән тороп уҡыуға ҡабул итә башланы.
Әлеге ваҡытта филиалда дүрт кафедра эшләп килә, етди уҡыу-матди база булдырылған, студенттарҙың 80 процентын йәлеп иткән йәмәғәт профессиялар факультеты эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика