Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.87
-0.77
91.53
+0.1
73.06
+0.06
-6 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2010, 14:50

Хәйбулла районында йәштәр шоу-программалары конкурсы үтә

Башҡортостан халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм артабан үҫтереү, халыҡ ижады ҡаҙаныштарын пропагандалау маҡсатында Хәйбулла районында «Хәйбулла-шоу» йәштәр шоу-программалары конкурсы үткәрелә. Райондың 80 йыллығына арналған смотрҙа һәүәҫкәр ижади коллективтар һәм яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша.
Конкурсанттар сығышы аҙна һайын үтә. Һәр береһендә ике ауыл биләмәһе йәштәре Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркы сәхнәһендә «Хәйбулла-шоу» программаһына үҙенең вариантын тәҡдим итә.
Йәш шоумендар башҡарыуында үҙенсәлекле һәм сағыу номерҙар берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. Үҙешмәкәр артистарҙың был сарала сығыш яһауының яңы идеялар, көтөлмәгән сығыштар эҙләүе һәм үҙҙәре тураһында белдереүгә шәп мөмкинлек булыуы аңлашыла.
«Башинформ» агентлығына Хәйбулла район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, йәштәр шоу-программалары район конкурсы сиктәрендә ете концерт ойоштороласаҡ. Фестиваль 21 августа ҙур гала-концерт менән тамамлана.
Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Читайте нас: