06:42 (UTC+5), 16 Июля 2010

Федоровка районында «Йәш геологтар» лагерының республика слеты тамамланды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Федоровка районында Башҡортостан ҡала һәм ауылдарынан 20 команда ҡатнашҡан XXIV «Йәш геологтар» Республика ялан профилле лагеры эшен тамамланы.
Лагерҙы ойоштороусы булып, дәрестәр үткәреүҙә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты һәм башҡа ғилми үҙәктәр һәм ойошмаларҙың алдынғы белгестәренең әүҙем ҡатнашлығында, БР Мәғариф министрлығы сығыш яһаны. БР буйынса буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы һәм бер нисә геология предприятиелары бағыусы ярҙамын күрһәтте.
Слетта мәктәп, гимназиялар һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Сараға әҙерлек йыл дауамында алып барылған. Балалар берекмәләр һәм түңәрәктәр дәрестәрендә геология нигеҙҙәрен өйрәнгән, һәр төрлө конкурстарҙа, конференция һәм олимпиадаларҙа ҡатнашҡан. Һәм тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһендә уҡыусылар ялан профилле лагерында ҡатнашыуға ирешкән.
Слетта киләһе йылдың авгусында Томскиҙа үтәсәк Бөтә Рәсәй геология олимпиадаһында ҡатнашыуға һайлап алыуға ярыштар үтте.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, слет программаһына геология маршруты, минералогия һәм геологияның башҡа өлкәләре буйынса ярыштар һәм конкурстар индерелгән булған. Командалар күргәҙмә материалдары менән таныштырған һәм йыл дауамында алып барған ялан һәм тикшеренеү эштәре буйынса отчеттарын яҡлаған.
Һөҙөмтәлә Туризм һәм крайҙы өйрәнеү үҙәгенең “Гелиос” командаһы (Салауат) беренсе урын яулаған. Икенсе урын— Өфөнөң 40-сы мәктәбенең «Контакт» командаһында. Почетлы өсөнсө урын «ВНИИГИС» фәнни-производство предприятиеһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте командаһына эләккән (Октябрьский).
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика