Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.37
+0.49
91.77
+0.65
68.99
-0.22
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2010, 18:13
Өфөлә Миҙәт Мөхәмәтовтың шәхси күргәҙмәһе асыла
Дүшәмбе, 19 июлдә, 17 сәғәттә Өфө художество галереяһында рәссам һәм график Миҙәт Мөхәмәтовтың шәхси күргәҙмәһе асыла.
Рәссам Ырымбур өлкәһендә тыуған, һынлы сәнғәткә Өфө сәнғәт училищеһында уҡыған. Ул тыуған ауылы Мостафала йәшәй һәм шунда эшләүен дауам итә. Миҙәт ижад итә башлағандан алып йыл һайын тиерлек Өфөлә, Ырымбурҙа, Мәскәүҙә, Ҡазанда үткән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Был күргәҙмә — рәссамдың бишенсе шәхси экспозицияһы. Уның юбилейына БР Хәҙерге заман сәнғәте музейы фотоальбом-каталог әҙерләгән, унда тамашасыға картиналарҙан репродукция һәм Мөхәмәтовтың ижади алымына анализ тәҡдим ителә.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
анонс
Читайте нас: