12:34 (UTC+5), 16 Июля 2010

«Байыҡ» еңеүселәре шәмбе көнө билдәле буласаҡ

Ольга Мортазина
Күгәрсен районының Мораҡ ауылында «Байыҡ» балалар конкурсының шәмбе көнө үтәсәк гала-концертына әҙерлек дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был Республика башҡорт бейеүе конкурсы, унда 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша.
— Кисә беҙ балалар ансамблдәре етәкселәре өсөн консультациялар үткәрҙек, — тип һөйләне жюри ағзаһы, республиканың халыҡ артисы һәм Стәрлетамаҡ филармонияһы балетмейстеры Риф Ғәбитов. — Хореография күп төрлө булһа яҡшы булыр ине, һәм беҙ балетмейстер эшенең яңы формаларын, яңы материалдар тәҡдим иттек. Балаларҙың әҙерлек кимәле төрлө, әлбиттә. Үҙенсәлекле эштәрҙе күреү бик күңелле, мәҫәлән, Учалы районынан Зөлфиә Ҡолбайетова ҡуйған номер беҙҙе таң ҡалдырҙы.
Мораҡ гимназияһы бинаһына урынлаштырылған йәш бейеүселәрҙең бөгөнгө көнө репетицияларға арналған. Ә ҡунаҡтар — башҡа төбәктәр вәкилдәре — тыуған яҡты өйрәнеү музейына һәм «Мораҙым тарлауығы» тәбиғи паркына экскурсияға юл алды. Ошонда уҡ, иҫ киткес тәбиғәт ҡосағында, 17 июлдә гала-концерт үтәсәк һәм еңеүселәрҙең исемдәре аталасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика