11:27 (UTC+5), 13 Июля 2010

Торлаҡ — һуғыш ветерандарына

Ольга Мортазина
Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, уның урынбаҫары, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса видеоконференцияла ҡатнашты. Селекторҙы РФ төбәк үҫеше министры Виктор Басаргин алып барҙы. Ул ветерандар проблемаларын хәл итеүҙә артта ҡалған бер нисә төбәк докладын тыңланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға заявка биргән ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин иткән тәүге төбәктәрҙең береһе булды. 2010 йылдың 1 майынан алып икенсе этап — 2005 йылдың 1 мартынан һуң ғариза тапшырған ветерандарҙы тәьмин итеү буйынса эш башланды. Икенсе ағым менән эш ҡатмарлыраҡ буласаҡ: заявка биреүселәр иҫәбе ай үткән һайын арта ғына бара.
— Графиктар даими үҙгәртелә. 2010 йылдың 1 майына ҡарата ветерандар исемлеге ике мең кешенән тора ине. 1 июлгә улар 3028-гә етте, күҙаллауҙар буйынса, йыл аҙағына был һан 5,5 меңгә етеүе ихтимал, - тине журналистарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. – Был осраҡта торлаҡ менән тәьмин итеүгә дүрт миллиард һум самаһы аҡса кәрәк буласаҡ. Беҙ Рәсәй Төбәк үҫеше министрлығына тейешле заявка ебәрәсәкбеҙ.
Маҡсатлы субсидия күләме бөгөн 1 миллион 800 мең һум тәшкил итә. Ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ғына ҡулланыла ала: торлаҡ һатып алыуға, булған торлаҡ майҙанын киңәйтеүгә. Яҡын арала 2,5 мең фатир талап ителәсәк. Шуға күрә республиканың Төҙөлөш министрлығы ике “ветерандар” йорто төҙөлөшөн башларға ниәтләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика