07:12 (UTC+5), 13 Июля 2010

Мораҙым тарлауығына бейеүсе балалар йыйыла

Ольга Мортазина
Иртәгә, 14 июлдә, Күгәрсен районында «Байыҡ» республика балалар башҡорт бейеүҙәре конкурсының финалы башлана. Унда 200-ҙән ашыу бала ҡатнашасаҡ. Быйыл Урал аръяғы балалары һәм уларҙың педагогтары айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Ойоштороусылар әйтеүенсә, тәүге турҙа 400-ҙән ашыу йәш бейеүсе ҡатнашҡан. Жюри ҡатнашырға теләгәндәрҙең барыһын да ҡараһын өсөн, Өфөлә, Йылайырҙа һәм Мораҡта һайлап алыу турҙары үткән.
3 - 15 йәштәрҙәге балаларға «Соло», «Дуэт», «Трио», «Ансамбль» номинацияларында сығыш яһарға тәҡдим ителгән. Быйылғы конкурста дуэт һәм триолар айырыуса күп. Быға ғәжәпләнергә түгел: бәләкәй состав һәр ҡатнашыусының индивидуаллеген һаҡлай, хореографтың драматургиялы сағыу бейеү һалырға бөтә мөмкинлеге бар, шул уҡ мәлдә костюм тегеүгә һәм башҡаһына сығымдар кәмей.
Халыҡ бейеүҙәре байрамына Башҡортостанға шулай уҡ Ҡабарҙы-Балҡар, Чечня, Дағстан, Швейцариянан балалар фольклор ансамблдәре килә. «Байыҡ»та ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында ҡабул итәләр. Балалар Башҡортостан тәбиғәтенең ғәжәйеп матур күренештәренә һоҡланасаҡ һәм тыуған ергә һөйөүе тағы ла нығынасаҡ.
"Байыҡ" — телевизион конкурс. Сара Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең дөйөм көсө менән ойошторола. Конкурстың бар этаптары ла каналдың махсус программаларында сағылыш табасаҡ.
Финал түбәндә бирелгән план буйынса барасаҡ.
14 июль — конкурс буласаҡ урында йыйылыу, Күгәрсен районы коллективтары концерты.
15 июль — билдәле бейеүселәр һәм фольклор менән эшләүсе балетмейстерҙар ингән баһалама ағзаларынан мастер-кластар. Жюри рәйесе —Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов.
16 июль —гала-концерттың репетицияһы. Лауреат дипломдары һәм урындар билдәләнгән буласаҡ, әммә ҡатнашыусыларҙан сер итеп тотоласаҡ.
17 июль — гала-концерт, еңеүселәрҙе иғлан итеү.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика