Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79
0
90.01
0
74.23
+4.87
22+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июль 2010, 15:08

Башҡортостан бокссылары Рәсәй Спартакиадаһында йәштәр араһында көс һынай

Санкт-Петербургта 1988-1991 йылғы йәштәр араһында бокс буйынса II йәйге Рәсәй Спартакиадаһы бара.
Башҡортостандың ике бокссыһы старт алыштарында отолоп та өлгөргән. Шулай итеп, Темур Худоян 64 килограмм ауырлыҡ категорияһында Хабаровск крайынан спортсы Михаил Никитиндан еңелгән– 2:9.
Ә бына Данис Латипов 91 килограмм ауырлыҡта ҙур ҡыйынлыҡ менән барған көрәштә Омскиҙан Иван Климовҡа отолған– 0:2.
Өфөлө Александр Балог турнирҙағы юлын төп сеткала башлай. Иң бәләкәй 48 кг ауырлыҡ категорияһында уға иң беренсе булып Силәбенән Анатолий Севостьянов ҡаршы сығасаҡ.
Автор:Дмитрий Слезин
Теги:бокс
Читайте нас: