Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.99
0
98.78
0
83.96
+0.69
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Июль 2010, 16:02

Кушнаренко селекция үҙәгендә ҡарағат йыйыу башланды

Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү үҙәге селекционерҙарының элиталы емеш-еләк үҫемлектәре лә ҡоролоҡҡа һынау тотто. Бында махсус рәүештә Урал климаты шарттарында юғары уңыш бирергә һәләтле культуралар үҫтерелә. Әммә быйылғы йәйҙе ҡәҙимге тип атап булмай. Ҡояш ҡыҙҙырыуын һәм бөтөнләй ямғырҙар яумауын ҡарағат ҡына уңышлы үткәрҙе. Бының менән ул тағы ла бер тапҡыр үҙенең баҡсаларыбыҙ батшабикәһе статусын раҫланы.
— Ҡарағаттан яҡшы уңыш алдыҡ, хәҙер йыя башлаясаҡбыҙ. Крыжовник та насар түгел, август аҙағында виноград өлгөрөргә тейеш. Ҡурай еләге юҡ тиерлек, груша бөтөнләй юҡ, алма аҙ, — тип һөйләне селекция үҙәге директоры Ринат Шафиҡов.
Кисәге бер ни тиклем ямғырҙың файҙаһы аҙ булды. Хәл яҡшырһын өсөн ергә 15 сантиметр тәрәнлеккә ямғыр һеңергә тейеш, тип иҫәпләй селекционерҙар. Шуға ҡарамаҫтан, емеш ҡыуаҡлыҡтары артыҡ бирешмәне. Үҫентеләр ҙә бирешмәйәсәк: яҙғы һыу запасы һәм тамырҙарының ныҡ булыуы уларҙы ҡотҡарып ҡалырға тейеш. Ә бына ғалимдарҙың иген культуралары менән эше бушҡа булды. Ужым культураларына ғына иҫәп тоторға ҡала.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: