08:33 (UTC+5), 09 Июля 2010

Йонос ауыл биләмәһендә «Кәкүк сәйе» байрамы үткәрҙеләр

Марина Шумилова
Мәсетле районында халыҡ йолалары ҡәҙерләп һаҡлана. Ошо арала Йонос ауылы биләмәһендә боронғо йола байрамы - «Кәкүк сәйе» үткәрелде, тип хәбәр итә район хакимиәте сайты.
Әгәр кәкүк ҡыйыҡ атламаһына ҡунһа – ҡайғы килә, әгәр ауылға килһә - аслыҡ була, тигән ышаныу йәшәгән элек халыҡта. Шуға күрә был ҡошсоҡтоң күңелен күрергә тырышҡандар: ул ҡысҡырған ағас төбөндә һөт, эремсек, башҡа төрлө һөт аҙыҡтары ҡалдырғандар. Малайҙар һыуҙа бешерелгән йомортҡа алып килгән һәм бәхетһеҙлек юрамауын теләгән. Ололар әйтеүенсә, был йолалар мулла йәки мәзин ҡатнашлығында башҡарылған.
Традицияға ярашлы, «Кәкүк сәйе» байрамын Йонос ауылында ауыл мәсете муллаһы асты. Әнүәр хәҙрәт Ҡөрьән аяттарын уҡыны һәм ауылдаштарына һәм бар донъяға изгелек, бәхет, мул уңыш теләне. Һуңынан спорт ярыштары һәм «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Ҡулъяулыҡ йәшерәм», «Көршәк ярыу» кеүек уйындар башланды. Үҫмерҙәр, балалар, ямғыр яуыуын теләп, һыу менән ҡойоношто. Артабан халыҡ байрамын баян көйө биҙәне. Фәрит Нуретдиновтың оҫта уйнауына олоһо ла, кесеһе лә бейергә төштө. Был арала сәй ҡайнаны һәм барыһы ла байрам өҫтәле артынан урын алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика