09:26 (UTC+5), 09 Июля 2010

Рәсәй журналистары Америкала стажировка үтергә саҡырыла

Юлай Мәғсүмов
2010 йылдың 1 авгусына тиклем Альфред Френдли һәм Даниэл Перлдың журналистар өсөн стипендиялар программаһында ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә. Был стипендиялар программаһы арҡаһында йыл һайын 10 журналист алты ай дауамында Америка баҫмаларында эшләү һәм уларҙың тәжрибәһен өйрәнеү мөмкинлеген ала. Мәғлүмәт хеҙмәттәренән һәм гәзиттәрҙең яңылыҡтар бүлегенән, мәғлүмәт агентлыҡтарынан, онлайн-баҫмаларҙан йәки журналдарҙан штат хеҙмәткәрҙәре ҡатнашыуға саҡырыла.
Кандидаттарға талаптар: баҫмала йәки интернет-киң мәғлүмәт сараһында журналист сифатында өс йылдан да кәм булмаған эш стажы; 25 - 35 йәштәрҙә булыу; мөхәрририәттә уртансы звенолағы вазифа биләү; журналист карьераһына бирелгәнлек; хеҙмәттәштәр менән яңы тәжрибә уртаҡлаша белеү һәм быға теләк; баҫма етәкселеге тарафынан программала ҡатнашыуығыҙҙы хуплауҙары; инглиз телендә яҙыу һәм иркен һөйләшеү.
Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн: http://www.pressfellowships.org/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика