06:11 (UTC+5), 09 Июля 2010

Башҡортостан вәкилдәре Бөтә Рәсәй йәштәр профсоюз слетында ҡатнашасаҡ

Евгений Рәхимҡолов
21-25 июлдә Мәскәү өлкәһендә «Чкаловск — 2010» Бөтә Рәсәй йәштәр профсоюз форумы үтәсәк. Был сара Рәсәй ирекле профсоюздар федерацияһы ойошторолоуының 20 йыллығы айҡанлы үткәрелә.
Беҙҙең республиканан форумда тармаҡ профсоюздарына ҡараған йәштәр советының 15 активисынан торған Башҡортостан профсоюздар федерацияһы командаһы сығыш яһаясаҡ. Улар иҫәбендә «Башинформсвязь» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Газ-сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре, экономистар, табиптар, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары, почта һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бар.
Форум сиктәрендә лидерлыҡ һәм командала эшләү сифаттарын формалаштырыуға йүнәлтелгән тренингылар һәм мастер-кластар үткәреү планлаштырыла. Бында алған белем профсоюздың йәш активистарына һөнәри өлкәлә лә, шулай уҡ ижтимағи эшмәкәрлектә лә ярҙам итәсәк.
Бөгөн Рәсәй профсоюздары йәштәрҙе стратегик ресурс итеп күрә һәм йәштәрҙең социаль-иҡтисади мәнфәғәтен яҡлауға, үҫеп килеүсе быуынды әүҙем профсоюз эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашыра. Әммә йәштәр менән бындай системалы, маҡсатлы эште илебеҙҙең бар профсоюз ойошмалары ла алып бармағанға күрә, был яңы ағзалар килеүенә булышлыҡ итмәй, профсоюз активының йәшәреү процесына ҡамасаулай. Шуға күрә Рәсәй ирекле профсоюздар федерацияһы менән ошондай форумдар үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Илдең барлыҡ төбәктәренән йыйылған йәштәрҙе тиң шарттарҙа уҡытып, артабан улар ярҙамында урындарҙа профсоюз эшмәкәрлеген әүҙемләштереү – уның төп маҡсаты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика