12:59 (UTC+5), 09 Июля 2010

13 июлдә –«Версия Башкортостана» гәзитендә «ҡыҙыу линия»

Анжелика Ғиззәтуллина
Шишәмбе, 13 июлдә, "Версия Башкортостана" социаль-хоҡуҡи аҙналыҡтың сираттағы “ҡыҙыу линияһы” үтәсәк. 15.00 - 17.00 сәғәттәрҙә телефон аша РФ прокуратураһы ҡарамағындағы БР буйынса Тикшереү комитетының тикшереү идаралығына ҡараған Өфөнөң Октябрь районы буйынса тәфтишләү бүлеге етәксеһе Азат Вәхитов кәңәштәрен бирә.
Был хеҙмәт бушлай күрһәтелә һәм мохтаждарҙың барыһы ла ҡуллана ала, ни бары (8-347) 272-79-16 номерҙарын йыйырға ғына кәрәк. Шылтыратыуҙар 15-00-дән 17-00-гә тиклем ҡабул ителә. Йәнә бер ҡабатлайбыҙ, был даими рубрика, граждандар менән әңгәмәләшеү айына ике тапҡыр – һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбелә үткәрелә.
«Ҡыҙыу линия»ға шылтыратыуҙарҙың географияһы киң, ул бигерәк тә бушлай юридик ярҙам табыуы ҡыйын балған райондар халҡы өсөн уңайлы. «Ҡыҙыу линия»ға гражданлыҡ эштәре, шулай уҡ енәйәт эштәре менән бәйле бик күп һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Был ике сәғәт эсендә бирелгән барлыҡ һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең яҡын көндәрҙәге һандарында баҫылып сыға. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һорауығыҙҙы гәзиттең 15-се битендә урынлашҡан купонға яҙып ебәрә алаһығыҙ, – уға яуап "Һеҙҙең хоҡуҡ" даими рубрикаһында донъя күрәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика