09:39 (UTC+5), 08 Июля 2010

Өфөлә кадет корпустары һәм Суворов училищеларына ҡабул итеү имтихандары үтәсәк

Николай Ермоленко
Башҡортостан Республикаһы Йыйылма пунктында 9 - 12 июлдә кадет корпустары һәм Суворов училищеларына ҡабул итеү имтихандары үтә.
Башҡортостандың бәлиғ булмаған граждандарының ҡабул итеү имтихандарын республиканан ситкә сыҡмайынса тапшырыу һәм кадет корпустарына уҡырға инеү мөмкинлеге бар. Сөнки Екатеринбург Суворов училищеһының ҡабул итеү комиссияһы ошо арала Башҡортостандың баш ҡалаһында эшләйәсәк.
Күсмә комиссиялар менән Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының кадет корпустарына һәм Суворов училищеларына уҡырға инеү имтихандары төбәктәрҙә икенсе йыл рәттән үткәрелә. Һынау тотоусыларға ни бары ике фән буйынса – рус теленән һәм математиканан белемдәрен күрһәтергә кәрәк буласаҡ.
БР Хәрби комиссариаты мәғлүмәте буйынса, бөгөнгә көнгә ҡарата кадет корпустарының һәм Суворов училищеларының 5-9 класына уҡырға инергә теләгән һәм был мәсьәләне ата-әсәһе менән хәл иткән 98 үҫмерҙән тейешле документтар тапшырылған. Ҡабул итеү комиссияһының Екатеринбург Суворов училищеһыныҡы булыуына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең һайлауы буйынса йәштәр РФ Оборона министрлығының ошондай уҡ башҡа учреждениеларына ла уҡырға инә ала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика