07:50 (UTC+5), 06 Июля 2010

Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге йәйге каникул осоронда үҫмерҙәргә эшкә урынлашырға ярҙам итә

Эльмира Сабирова
Быйыл йәй Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге бәлиғ булмағандарға туңдырма һатыусылар, официанттар, курьерҙар, промоутерҙар, ярҙамсы эшселәр, йыуыусылар вакансиялары тәҡдим итә. Бар ерҙә лә үҫмерҙәр хеҙмәтен ойоштороу буйынса талаптар күҙәтелә, хәүефһеҙлек техникаһына махсус иғтибар бирелә. Йәштәрҙе улар өсөн ҡануниәт менән билдәләнгән норманан артыҡ эшләргә мәжбүр итмәйҙәр.
Үҙәк директоры Гөлләриә Ялсыҡаева әйтеүенсә, үҫеп килеүсе быуындың мәшғүллеге, айырыуса йәйге осорҙа, йәштәрҙең көнүҙәк проблемаларының береһе булып тора. Уны хәл итеүҙә төрлө ойошмалар һәм хеҙмәттәр ҡатнаша — БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте идаралығы, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, республика район һәм ҡалаларының йәштәр эштәре буйынса органдары, шулай уҡ Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге.
—2010 йылдың башынан алып май айына тиклем беҙҙең белгестәр менән 1500 самаһы кеше эшкә урынлаштырылған, — ти Гөлләриә Ялсыҡаева. — Йәй етеү менән эшһеҙ йәштәр ағымы артты. Бер июнь айында ғына беҙгә 700 тирәһе үҫмер мөрәжәғәт итте.
Йәштәр мәшғүллегенең йәнә бер формаһы – студенттарҙың хеҙмәт отрядтары. Был үҫмерҙәр һәм йәштәргә социаль ярҙамдың бер формаһы ғына түгел, яңы һөнәр үҙләштереү һәм яңы дуҫтар табыу мөмкинлеге лә. Быйыл өсөнсө хеҙмәт семестрында республиканан алты мең самаһы студент ҡатнашасаҡ, тип күҙаллана. Улар Башҡортостандың төрлө төбәгендә хеҙмәт итәсәк, ҡайһы берәүҙәре Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә юлланыу мөмкинлеге аласаҡ. Ошо йәй эсендә йәмғеһе 11000 үҫмер һәм йәш кеше яңы һөнәр үҙләштереп, бер аҙ аҡса эшләй аласаҡ. Әйтергә кәрәк, студенттар отрядында хеҙмәт хаҡы, эш урынына ҡарап, 4 меңдән алып 15 меңгә тиклем етә.
Һаман да күңеленә оҡшаған эшен таба алмағандарға Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Уның адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 13-сө кабинет. Ул шишәмбе, шаршамбы һәм кесаҙна көндәрендә 10 - 17 сәғәттәрҙә эшләй. Телефоны: 251-89-76.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика