Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
+0.05
93.01
-0.12
68.28
-0.36
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июль 2010, 10:20

Башҡортостанда дини белгестәр иҫәбе арта

Башҡортостанда Ислам өлкәһендәге дипломлы белгестәр һаны Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә шәкерттәре иҫәбенә артты. Үткән аҙнала бында сығарылыш имтихандары тапшырҙылар һәм диплом эштәрен яҡланылар. Бар студенттар ҙа һынауҙы лайыҡлы үтте һәм Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов, Мәрйәм Солтанова исемендәге мәҙрәсә директоры Илдар Малахов һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәһе директоры Ильяс Мөхәмәҙиев составындағы комиссиянан юғары баһалар алды.
Автор:Евгений Рәхимҡолов
Теги:дин
Читайте нас: