05:06 (UTC+5), 01 Июля 2010

Мәктәптәрҙең именлеге тикшерелде

Ольга Мортазина
Башҡортостан Хөкүмәтендә белем биреү учреждениеларын уҡыу йылына әҙерләү буйынса Ведомство-ара республика комиссияһы ултырышы үткәрелде. Уның эшендә Мәғариф министрлығы, “Роспотребнадзор”ҙың БР буйынса идаралығы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы вәкилдәре, шулай уҡ хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары һәм район мәғариф бүлектәре начальниктары ҡатнашты. Башлыса был янғын һәм санитар-гигиена хәүефһеҙлеге имен булмаған райондар.
— Әгәр быйыл автоматик янғын сигнализацияһы, хәбәр итеү системаһы һәм эвакуация юлдары булмаһа — инспекторҙың ҡултамғаһы ла булмаясаҡ, — тип иҫкәртте баш дәүләт янғын инспекторы Марат Латипов.
Ләкин муниципалитеттар средстволар етешмәүгә һәм мәктәп биналарының туҙыуына һылтанды.
— Беҙҙең районда 51 мәктәп, 50-һенә иҫкәрмә яһалды. Иң яңыһына ғына иҫкәрмә яһалманы, — тине Баҡалы районы вәкиле. — Беҙ иҫәпләп сығарҙыҡ: янғын инспекторының һәм “Роспотребнадзор”ҙың бөтә талаптарын үтәү өсөн беҙгә кәмендә 10 миллион һум аҡса кәрәк.
— Ә беҙгә — 11 миллиондан ашыу. Уны ҡайҙан алырға? — тип коллегаһын яҡланы Архангел районы вәкилдәре, унда тиҫтәләгән мәктәпкә санитария шарттары насар булыу арҡаһында сентябрҙә асылмау ҡурҡынысы янай.
“Роспотребнадзор” линияһы буйынса мәктәптәр 1100 задание алды — башлыса һыу үткәргестәрҙе, канализацияларҙы, вентиляция системаларын ремонтлау буйынса.
Комиссия әҙерләгән аналитика республика мәктәптәрен һәм балалар баҡсаларын бөтә нормаларға ярашлы хәлгә килтереү өсөн 500 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителеүен күрһәтә.
Шул уҡ ваҡытта башҡа төрлө миҫалдар ҙа бар: Әбйәлил һәм Туймазы райондарына һорауҙар тыуманы, ә бит уларҙа ла шул уҡ иҫке мәктәптәр һәм шундай уҡ наҡыҫ бюджет.
— Коллегалар, һүҙ балаларҙың ғүмере һәм һаулығы хаҡында бара, — тип иҫкәртте ултырышты алып барыусы БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров. — Шуға күрә беҙ бөтә талаптарҙы үтәргә тырышырға һәм ҡаршылашмай, күҙәтеү органдары менән үҙ-ара килешеп эш итергә тейешбеҙ.
Ҙурыраҡ һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн комиссия киләһе ултырыштарҙы мәктәптәрҙә санитария һәм янғынға ҡаршы проблемалар йылдар буйына хәл ителмәгән райондарҙа үткәрергә ҡарар итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика