12:03 (UTC+5), 30 Июнь 2010

Петербург һабантуйы – дуҫлыҡ һәм хеҙмәт байрамы

Әлфиә Әһлиуллина
Июндең һуңғы йәкшәмбеһендә Петербург эргәһендәге Всеволожск районының Сярьги ҡасабаһында башҡорт һәм татар халҡының милли «Һабантуй-2010» байрамы үтте. Невалағы ҡалала һәм Ленинград өлкәһендә 250-300 мең самаһы башҡорт һәм татар йәшәй, шуға күрә лә байрамда халыҡ күп булды.
Сәсеү эштәре тамамланыуға арналған был байрам Төньяҡ баш ҡалала 30 йыл инде үткәрелә, һуңғы йылдарҙа уға дөйөм ҡала статусы бирелде һәм ул күп милләтле ҡала халҡына мәҙәни ҡиммәттәрҙе, быуаттар төпкөлөнән килеүсе традицияларҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итеүсе визит карточкаһына әүерелде.
— Бөгөн һабантуй – тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм хеҙмәт символы. Уны бөтә Рәсәйҙә, шул иҫәптән Петербургта ла үткәрәләр, – тип ҡотланы йыйылыусыларҙы Петербург һабантуйында Башҡортостан делегацияһын етәкләгән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев.
Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов исеменән вице-премьер ошо матур байрамды үткәреү мөмкинлеге биргән өсөн Санкт-Петербург етәкселегенә тәрән ихтирамын белдерҙе, шатланып ҡабул иткән һәм әүҙем ҡатнашҡан Төньяҡ баш ҡала халҡына рәхмәтен еткерҙе.
— Быуаттар төпкөлөнән килгән һабантуй бик ҙур рухи көс бирә, ауыл халҡының ғына түгел, тыуған төбәген ҡайғыртыусыларҙың, тыуған ергә һәм уның кешеләренә мөхәббәтен эш менән иҫбат итеүселәрҙең барыһының да ауыр хеҙмәтен данлай. Һабантуй үткәреү – милли мәҙәниәткә, рухи ҡиммәттәргә һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә ихтирам, һаҡсыл мөнәсәбәт билгеһе ул, – тип уҡып ишеттерҙе ул Петербург һабантуйында ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың ҡотлауын.
Байрамда хужалар исеменән Санкт-Петербург Закондар сығарыу Йыйылышы Рәйесе Вадим Тюльпанов ҡатнашты. Ул йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы, уларға матур ял теләне.
Майҙан
Быйыл һабантуй ойошторолған ҙур майҙан өскә – башҡорт, татар, Петербург өлөштәренә бүленгәйне. Уларҙың һәр ҡайһында ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтар – сәк-сәк, ҡымыҙ, бал, ҡоймаҡ менән һыйланылар, милли йырҙар һәм бейеүҙәр менән күңелдәрен астылар.
Тоҡ менән һығышыу, бағанаға үрмәләү, гер күтәреү, көршәк ватыу кеүек традицион уйындар ҙа күңелле үтте. Башҡорт «ауылында» ҡатын-ҡыҙҙар көйәнтә-биҙрәләр менән һыу ташыуҙа ярышты. Шул уҡ ваҡытта иң ҡыйыуҙар 20 метр оҙонлоғондағы бағанаға үрмәләне.
Милли көрәште ҡарарға теләүселәр ҙә күп булды. Ярышта ҡатнашыусыларҙың береһе лә бүләкһеҙ ҡалманы. Һабантуй батыры – Башҡортостан егете Рәдиф Аҡсуринға бүләк итеп тәкә бирелде. Һәр ерҙә башҡорт һәм татар йырҙары яңғыраны, бейеүҙәр башҡарылды.
Башҡорт тирмәһе
Республиканың Асҡын районынан килтерелгән башҡорт тирмәһе сағыу милли биҙәлеше менән ҡунаҡтарҙы алыҫтан уҡ йәлеп итеп торҙо. Уның эсендәге ҡулдан һуғылған келәмдәр, сигеүле таҫтамалдар, ағас һауыт-һаба, уйын ҡоралдары, көнкүреш кәрәк-яраҡтары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Бында теләге булған һәр кем бал айыртыу, еп иләү, ағастан уйынсыҡтар яһау эшен күҙәтте.
Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһының бейеү театры, «Дәрүиш» хореография ансамбле, Азамат һәм Нәсимә Тимеровтар, Алһыу Бәхтиева, Римма Амангилдина, Венер Камалов, Башҡортостандан килгән башҡа артистарҙың сығышы байрамға йәм өҫтәне.
Бөтәһе өсөн байрам
Петербургтар өсөн һабантуй — ул иң элек ғаилә байрамы. Бында улар көн буйына булалар, өлкән туғандарын һәм сабыйҙарын килтерәләр. Бөтә спорт һәм милли ярыштарҙа тап балалар – төп ҡатнашыусылар. Улар майҙанда ысын батырҙар кеүек сәмләнеп көрәшә, шау-гөр килеп арҡан тартыша, көршәк вата.
— Һабантуйҙың төп бурысы – балаларҙы үҙебеҙҙең ғәрәф-ғәҙәттәребеҙ менән таныштырыу, уларҙа тыуған яғына ҡарата һөйөү, үҙ тарихи тамырҙары менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Бөгөн беҙ быны үҙебеҙҙең Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә бойомға ашыра алыуыбыҙ үтә лә ҡыуаныслы, – тип аңлата Башҡортостандан байрамды ойоштороусылар.
— Санкт-Петербургта һабантуй йылдан-йыл күңеллерәк үтә һәм күп милләтле халыҡ байрамына әүерелә бара. Башҡортостан делегацияһының унда йыл һайын әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Башҡорт тирмәһенең, артистар сығышының һәр ваҡыт бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итеүе Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә йәшәүселәрҙең башҡорт мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныуы тураһында һөйләй, — тине Башҡортостан Республикаһының Санкт-Петербургтағы Даими Вәкиллеге башлығы Риф Сәхәбетдинов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика