05:31 (UTC+5), 30 Июня 2010

Июлдә аукциондан Өфөләге һәм ҡала янындағы 36 ер участкаһы һатыласаҡ

Эльвира Латипова
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Муниципаль милек менән идара итеү буйынса комитеты (КУМС) 23 июлдә аукциондан шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн тәғәйенләнгән ҡала эсендәге һәм ҡала янындағы 36 ер участкаһын бер юлы һатасаҡ.
Участкаларҙың башланғыс хаҡы 300 меңдән алып ике миллионға тиклем тип билдәләнгән.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлығы аналитиктары билдәләүенсә, көрсөк менән бәйле бер йыл тынлыҡтан һуң һатып алыусыларҙа ер менән ҡыҙыҡһыныу һиҙелерлек артҡан. Аукциондарҙа физик шәхестәр бер юлы икешәр-өсәр, хатта бишәр участка һатып алырға тырыша.
Өфө КУМС-ы менән 7 майҙа ойошторолған һуңғы аукцион яңы рекордтар ҡуйған. 15 сутыйлыҡ бер участканың хаҡы ике миллионға еткән. ә бер участка хатта рекорд хаҡҡа - 7,5 миллион һумға һатылған.
Сираттағы июль аукционы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Башланғыс хаҡы баҙарға ла, һатып алыусыларға ла ҡулай. Аналитиктар әйтеүенсә, әгәр 80 проценттан ашыу лоттар аукцион барышында һатылһа, Өфө һәм ҡала яны ер участкалары баҙарында көрсөк бөтөүен билдәләргә мөмкин.
23 июлдә аукцион Өфө, Октябрь проспекты, 56/3, ҙур зал адресы буйынса үтәсәк. 11 сәғәттә башлана.
Участка хаҡы буйынса тәҡдимдәр биреү формаһы – асыҡ. Түләү формаһы һәм ваҡыты аукцион йомғаҡтары буйынса еңеүсе менән төҙөлгән һатыу-һатып алыу килешеүе менән билдәләнә. Түләү сараһы – РФ валютаһы. Задатка суммаһы– башланғыс хаҡтың 20 проценты. Аукцион аҙымы – башланғыс хаҡынан биш процент. Ер участкалары ваҡытлыса һәм капиталь төҙөлөштәрҙән азат.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика