Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.51
-0.5
90.94
+0.94
75.32
+2.09
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июнь 2010, 13:11

Өфөләге йәйге биатлон буйынса донъя чемпионаты-2010: буламы, юҡмы?!

Башҡортостан Республикаһы йәйге биатлон буйынса 2010 йылғы донъя чемпионатын үткәреүҙе үҙ өҫтөнә алырға әҙер, ләкин тиҙ арала хәл итеүҙе талап иткән бер нисә мәсьәлә бар.
Элегерәк Башҡортостан республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы Рәсәй биатлонсылар союзының башҡарма директоры Сергей Кущенко исеменә рәсми хат ебәргәйне, унда Халыҡ-ара биатлонсылар союзы, Рәсәй биатлонсылар союзы менән чемпионатты әҙерләп үткәреүгә финанс средстволарының тейешле суммаһы бүленһә, республика яғынан донъя чемпионатын юғары кимәлдә үткәреү өсөн саралар күреләсәге тураһында хәбәр ителгәйне.
Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин быға ҡарата ошондай комментарий бирә:
— Ярыш башланыуға ваҡыт аҙ ҡалһа ла, Өфө 2010 йылғы йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатын ҙур шатлыҡ менән ҡаршыларға әҙер.
Һис шикһеҙ, бының өсөн беҙҙә бар шарттар ҙа булдырылған: бик шәп «Биатлон» спорткомплексы, күләмле саралар үткәреү тәжрибәһе, яйға һалынған технологиялар. Ләкин илебеҙҙәге ҡатмарлы иҡтисади шарттар менән бәйле, беҙ был сараны үткәреүгә финанслау күләмен билдәләүҙе һорап Рәсәй биатлонсылар союзына мөрәжәғәт иттек. Әлегәсә билдәле сумма бүлеү тураһында яуап хаты килмәне. Шуға күрә чемпионатты Өфөлә үткәреү мәсьәләһе асыҡ ҡала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2007 йылда «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексы Халыҡ-ара биатлонсылар союзында “А” категорияһындағы юғары халыҡ-ара лицензияһын алды. Ул бер нисә ҙур донъя һәм Европа чемпионаттары үткәрҙе. 2006 йылда бында - йәйге биатлон буйынса донъя беренселеге, ә 2009 йылдың яҙында биатлон буйынса Европа чемпионаты үтте. Йыл һайын Өфөгә Рәсәй чемпионаттарында ҡатнашыусылар килә.
Өфөнөң «Биатлон» спорт комплексы 2009 йылда беренсе тапҡыр Рәсәйҙең өлгөлө спорт һәм ял ҡоролмалары араһында “Арена” Милли конкурсында ҡатнашты һәм «Яҫылыҡлы спорт ҡоролмалары» номинацияһында еңеүсе булды. Ҡоролма үҙе, комплекс нигеҙендә ойошторолған ярыштар кимәле, ҡунаҡхана, комплекс ҡарамағындағы туҡланыу үҙәге, йыл дауамында трассаларҙы әҙерләү һәм хеҙмәтләндереү – былар барыһы ла компетентлы жюриның иң юғары баһаһын алды.
Автор:Дмитрий Слезин
Читайте нас: