07:34 (UTC+5), 30 Июня 2010

Дәүләкән районында «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһе башлана

Әлфиә Әһлиуллина
Дәүләкән районы Республика йәш сәсәндәр конкурсында ҡатнашыусыларҙы, "Урал-батыр" эпосын яттан һөйләүселәрҙе ҡабул итә. Шаршамбы, 30 июндә, унда «Тәбиғәт дуҫы» балалар лагеры базаһында, күренекле драматург, сәсән һәм ғалим-фольклорсы Мөхәмәтшә Буранғоловтың ҡобайырҙы тәүге тапҡыр яҙып алыуына 100 йыл тулыуға һәм Байыҡ Айҙар сәсәндең 300 йыллығына арналған, иҫәп буйынса ХII сәсәндәр бәйгеһе старт ала.
БР Мәғариф министрлығының милли мәғариф һәм төбәктәр хеҙмәттәшлеге бүлеге начальнигы Рәйсә Күзбәкова хәбәр итеүенсә, республика йәш сәсәндәр ярышына бөтә Башҡортостандан конкурстың муниципаль этаптарында еңеүселәр саҡырылған. Был 250 тирәһе кеше, 57 команда.
Конкурстың I турына эпосты яңғыҙ башҡарыусылар индерелә. 5 синыфҡа тиклемге уҡыусыларға кәмендә 1000 юл күләмендә текст ятларға тәҡдим ителә, 6-11 синыф уҡыусыларына – эпостың тулы вариантынан кәмендә 2800 юл тотош өҙөктәр.
Күренекле фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов рәйеслегендәге жюри эпосты башҡарыуҙы баһалағанда сығыштың күләмен генә түгел, конкурсанттың тексты биреү формаһын, тасуири уҡыуҙы, тауыш көсөн дә иҫәпкә аласаҡ.
Конкурстың II туры билдәле сәсәндәр: Байыҡ Айҙар, Хәмит Әлмөхәмәтов, Ғәбит Арғынбаев, Мөхәмәтшә Буранғоловтың тормошона һәм ижадына арналған викторина инә.
III йомғаҡлау турында конкурсанттар «Урал батыр» эпосынан йәки башҡа эпик иртәктәрҙән (команда үҙе һайлап) өҙөктәр инсценировкаһы күрһәтергә тейеш.
Конкурс турҙары өс көн, 30 июндән 2 июлгә тиклем барасаҡ.
Дүртенсе көнөнә, 3 июлдә, «Урал батыр» эпосы Республика йәш сәсәндәр бәйгеһен ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү үткәреләсәк.
Гран-приға эйә булыусынан тыш, призерҙар ике йәш төркөмөндә лә билдәләнәсәк: 1-5 һәм 6-11 синыфтар уҡыусылары араһында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика