11:13 (UTC+5), 29 Июня 2010

«Чайка» лагерында балалар хәҙерге бейеүҙәрҙе өйрәнде

Юлай Мәғсүмов
Өфөнөң «Чайка» балалар сәләмәтләндереү лагерында E-Dance Studio бейеү коллективы тренерҙары РФ Федераль наркоконтроль буйынса хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы ярҙамында ял итеүсе балалар өсөн мастер-класс үткәрҙе һәм бейеү дәресе бирҙе.
«Башҡортостандың тейелгеһеҙ запасы» Наркотиктарға ҡаршы ижади йәштәр лигаһында ҡатнашыусы Аким Агапов хәбәр итеүенсә, балалар унда ҡәнәғәтләнеп ҡатнашты, бер кем дә вайымһыҙ ҡалманы. Быға тәжрибәле тренерҙарҙың яҡшы эшләүе генә түгел, дәртле музыка ла булышлыҡ итте. Балаларға төрлө стилдәге бейеүҙәр күрһәттеләр. Ял итеүселәрҙең барыһы ла хайран ҡалды һәм оҫталарҙан тағы ла күберәк яңы хәрәкәттәр һәм бейеү элементтары күрһәтеүҙәрен һораны.
Балаларға тәғәйен миҫалда сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өҫтөнлөктәре күрһәтелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика