08:50 (UTC+5), 28 Июня 2010

Пермдә край һабантуйы үтте

Марина Шумилова
Пермдә шәмбе көндө край һабантуйы үтте. «Пермский» ипподромы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 65 йыллығына арналған байрам майҙанына әйләнде. Пермь крайы — Рәсәйҙең күп милләтле эре төбәктәренең береһе, унда йәшәгән башҡортттар һәм татарҙар һаны ете процент самаһы тәшкил итә. Һабантуй Кама буйындағы иң күләмле һәм халыҡ күп йөрөгән байрамға әйләнгән һәм йыл һайын край хакимиәте ҡатнашлығында крайҙың Башҡорттар ҡоролтайы һәм татарҙарҙың Милли-мәҙәни автономияһы инициативаһы менән үткәрелә. Байрам милли мәҙәниәттең үҙенсәлеген һәм колоритын күрһәтә һәм күптән инде Пермь халҡының яратҡан байрамына әүерелгән. Край һабантуйы алдынан район һәм ҡалалар һабантуйы үтә.
Һабантуйҙы башҡорт һәм татарҙар компактлы йәшәгән 17 муниципалитет делегацияларының тантаналы парады асты. Төп сәхнәлә милли ижади коллективтарҙың сәнғәтен күрһәткән «Пермь крайы – минең яҙмышым» край фестивале үтте. Байрамдың спорт программаһы ла бай ине, милли көрәш уның кульминацияһы итеп ҡабул ителде. Һәр ваҡыттағыса, милли кухня, ҡулланма-биҙәү сәнғәте күргәҙмәләре халыҡ иғтибарын йәлеп итте.
Һабантуйҙа БР мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Пермь халҡына ҡунаҡҡа килгәндәр араһында Башҡорт дәүләт филармонияһының “Карауанһарай” эстрада-фольклор төркөмө һәм һабантуйҙа башҡорт ихатаһы ҡуйған һәм бай концерт программаһы әҙерләгән Борай районы делегацияһы ла бар ине.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика